top of page

                                                                                                РЕЗЮМЕ
    Тарасова Зөлфирә Әхмәр  ҡыҙы 1995 йылда Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған һәм уҡыуын Башҡорт  дәүләт педагогия университетының  ситтән тороп уҡыу бүлегендә дауам иткән. 2007 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге  Башҡорт  дәүләт педагогия университетында  башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса профессиональ әҙерлек курстары тамамлаған.
    Мәләүез районының Һамар-Ивановка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
    
Дөйөм педагогик стажы – 24 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ – 22 йыл. Беренсе категориялы уҡытыусы.
  
 Наградалары: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020 ”төбәк-ара конкурсының муниципаль турында еңеүсе. Мәләүез  районы  муниципаль районы мәғариф бүлеге, Мәҙәниәт бүлеге, Профсоюз беремәһе Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән  бүләкләнде. 
    
Матбуғат биттәрендә сығышы
Төрлө сайттарҙа дәрескә материалдар, мәҡәләләре баҫыла:
- Инфоурок сайтында эш программалары, башҡорт әҙәбиәтенән презентация, 1 сентябрь байрамы сценарияһы; 
- Академия “Арт-талант” конкурсы сайтында башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә патриотик тәрбиә биреү “«Овейте душу ребенка героизмом…» 
      
Уҡыусыларының уңыштары:
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй ижади иншалар конкурсында Хәмиҙуллина Айһылыу еңеүсе, 2015 й.; Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Хеҙмәт өсөн дә,яу өсөн дә миҙал бер  металдан ҡойола” иншалар конкурсында  Хәмиҙуллина Айһылыу -2-се урын, 2015 й.; Башҡорт АССР-ның 100 йыллығына арналған республика иншалар конкурсында Хәмиҙуллина Айһылыу –сертификат, 2019 й.;  Корлыханова Софья, 2-се класс уҡыусыһы, Халыҡ-ара туған тел  көнөнә, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған муниципаль шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә III урын яулаусы,  2019 й.; Хәмиҙуллина Айһылыу, 7-се класс уҡыусыһы,   “Туҡай моңдары” арналған  ижади конкурсының муниципаль этабында III урын яулаусы,  2019 й.; Таһиров Артур, 5-се класс уҡыусыһы,“Республика көнөнә һәм Башҡортостандың 100 йыллығына” арналған   Республика ижади конкурсының муниципаль этабында II урын яулаусы, 2018 й.; “Һамар-Ивановка мәктәбе  ижади төркөмө”, күренекле халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург М.А.Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән, Башҡорт теле көнөнә арналған муниципаль ижади конкурста “Йәш сәсәндәр” номинацияһында еңеүсе, 2018 йыл й.; Йәркәев Инсаф, 5-се класс уҡыусыһы, муниципаль кимәлдә үткән “Халыҡ-ара туған тел көнө” нә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында III урын яулаусы, 2017 й.;  Хәмиҙуллина Айһылыу, 5 - се класс уҡыусыһы, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған "Хеҙмәт өсөн дә, яу өсөн дә миҙал бер металдан ҡойола" иншалар конкурсында II урын яулаусы,  2015 й.

    Уҡытыусының семинарҙара, конференцияларҙа, асыҡ дәрестәр үткәреүҙә ҡатнашыуы:
    Зөлфирә Әхмәр  ҡыҙы  Республика   кимәлендә  үткән семинарҙарҙа, район-ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинарҙарында, асыҡ дәрестәрҙә, оҫталыҡ кластары үткәреүҙә йыш ҡатнаша. 2018 йылда Һамар-Ивановка  мәктәбендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район – ҡала  практик семинарында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу” темаһы буйынса тәжрибә уртаҡлашты. 5-се класта “Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары” темаһы буйынса асыҡ дәрес күрһәтте, “Күтәренке кәйеф тулҡынында” исемле кластан тыш сара үткәрҙе.
Буш ваҡыттарында  әҙәби әҫәрҙәр уҡый, бәйләм бәйләй, саңғыла йөрөй. 

 

bottom of page