top of page

                                                   Үҙем тураһында

Минең исемем, фамилиям, атайымдың исеме:
Тарасова Зөлфирә Әхмәр ҡыҙы
Эш урыным:
 Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем битеү бюджет учреждениеһы Первомай  ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы –Һамаро-Ивановка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Башҡарған вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 
email:  zulfirat@bk.ru
Телефоным:89373321631
Белемем - юғары:
1) Кумертауское педагогическое училище, учитель физической культуры по специальности «Физическая культура», 1995 год;
2) Башкирский государственный  педагогический университет, педагог по физической культуре по специальности «Физическая культура», 2002 год;  
3) Профессиональная переподготовка БГПУ им.М.Акмуллы  по специальности "Учитель башкирского языка и литературы", 2007 год.

Педагогик эш стажым: 24 йыл
 

Квалификациям: беренсе
(первая  квалификационная категория по должности "Учитель")
 

Яратҡан шөғөлөм: әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, бәйләү,саңғыла йөрөү

 

Эссе

Мин - уҡытыусы

Минең өсөн «Кем булырға?» тигән һорау бөтөнләй булманы. Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата ихтирам миндә сабый саҡтан уҡ тәрбиәләнде.

Шуға ла  күңелемдә: «Уҡытыусы булам!» - тигән уй бик иртә яралды. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәрен күреп, белеп үҫтем. Минең әсәйем –уҡытыусы. Ябай уҡытыусы түгел ул, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан, маҡсатына ирешеүсән, тәүәккәл, сабыр уҡытыусы ул.

Уның менән иртән мәктәпкә бергә барып, бергә ҡайта торғайныҡ. Кистәрен әсәйемдең дәфтәр тикшереп, дәрескә әҙерләнгәнен күреп үҫтем.  Өлкәнерәк кластарҙа уҡығанда, бәләкәйерәк кластарҙа уҡыған уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшерергә ярҙам итә торғайным. Мин уның беҙгә, балаларына, ғына түгел, уҡыусыларына булған йылы мөнәсәбәте, белеме һәм уҡытыу һәләттәре менән һоҡландым, ә хәҙер үҙем һәр ваҡыт уға оҡшарға тырышам. Әҙәбиәткә һөйөүҙе лә миңә әсәйем уятты. 11-се класты тамамлағас, хыялымды ашырырға Стәрлетамаҡ педагогия институтына юлландым. Уҡырға инеп китергә бер балл ғына етмәне. Әле булһа иҫемдә: кем рус теленән изложение яҙған,  йыйып алдылар ҙа, рус теле уҡытыусыһы: “Вы мыслите по-башкирски, у вас предложения неправильно формулированы,”- тимәһенме?! Рабфакҡа саҡырҙылар. Ләкин  мин Күмертау ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға керҙем. Яҡшы ғына тамамлап,  физкультура уҡытыусыһы булып киттем. Бер нисә йылдан ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланым.

     Мин - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Хәҙер аңлайым: был минең булмышым, минең тормош юлым. Миндә уҡыусыларымды  халҡымдың шишмәләй саф та, иртәнге таңғы елдәй йылы ла, Ағиҙелдәй тәрән дә, Урал тауындай бейек тә, ҡурай моңондай көслө лә булған туған башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү теләген бойомға ашырам. Телем аша Башҡортостанымдың сал тарихы, мәшһүр сәнғәте, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, киң күңелле халҡымдың бай ижады менән таныштырыу уҡытыу эшмәкәрлегемдең бер маҡсаты булһа, матур һәм ирекле Ватаным менән ғорурланыу тойғоһо, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү икенсе маҡсатым булыр. Башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеү, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу – төп эштәремдең береһе. Мин балалар менән аралашыуҙан кинәнес табам, уларҙың һөйөүе күңелде йылыта, энергияһы дәрт-дарман өҫтәй. Мин һайлаған юл еңелдәрҙән түгел, әммә үтә мөһим дә, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Был юл - балаларҙың асыҡ, тиҙ рәнйетелеүсән күңелен асыу юлы, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу юлы, текә үрҙәргә менеү юлы.

Тәүге мәлдәрҙә төрлө ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр килеп тыуһа ла, бала саҡ хыялыма хыянат итергә уй булманы, сөнки бөтә ауырлыҡтар ҙа – беҙ уларҙы еңеп сыҡһын өсөн бирелә.Уҡытыусы – ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Мин уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Әгәр ҙә, уҡыусыларым тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар, мин дә бәхетле буласаҡмын. Яҡты киләсәк һеҙгә, уҡыусылар! Бөгөнгө заманда, бәғзеләрҙең: «Башҡорт теле кәрәкмәй!» - тип саң һуҡҡанда, айырыуса ҙур сабырлыҡ, түҙемлек һәм тырышлыҡ талап итә шул һөнәрем. Шуға күрә лә һәр ваҡыт белемемде арттырырға, тормош яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа тырышам.

Шуға күрә мин бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, өйрәнеү өҫтөндәмен.

Уҡытыусының заман менән бергә атларға тейешлеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Тик аҙымдар төрлөсә: башҡорт мәктәптәрендә иркенләп эшләргә мөмкин, ә урыҫ мәктәбендә һәр һүҙеңде уйлап эш итәһең. Һине тәү күргәндә: «Миңә башҡорт теле дәресе кәрәкмәй», -тигән уҡыусылар һуңынан ҡыуанып килһен өсөн, ни тиклем көс, белем, ваҡыт талап ителгәнен үҙе урыҫ мәктәбендә эшләгән уҡытыусы ғына күҙ алдына килтерә.

      Бөгөн уҡыу-уҡытыу процесына яңы технологияларҙы ҡулланып ебәреү –уҡытыусы алдында торған төп талап, көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә. Балалар яңы технологиялар менән бик иртә таныша. Шуға ла заман уҡытыусыһы булыу, уҡыусыларҙы үҙ фәнем менән ҡыҙыҡһындырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, төрлө ысулдар уйлап табам – шул уҡ яңы технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процесында ҡулланырға тырышам.

          Көн артынан көн,  йыл артынан йыл үтеп, тырышлығымдың шатланырлыҡ һөҙөмтәләре лә бар. Дәрестәрҙә башҡортса һөйләмде тыңларға, аңларға өйрәнеп киләләр, йөҙҙәрендә ҡурҡыу урынына, үҙҙәренең аҙ ғына уңыштарына күҙҙәрендә һөйөү сатҡылары күренә, бына хәҙер минең  маҡсатым – уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шул маҡсатыма ирешкәндән һуң дәрестәрем береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, уҡыусыларымдың һөҙөмтәләре юғарыраҡ буласаҡ. Бәләкәйҙәр үҙҙәренә әйтелгән маҡтау һүҙҙәрен бик яҡшы иҫтә ҡалдыралар, шул уҡ һүҙҙәрҙе өйҙәренә ҡайтып, ата-әсәләренә әйтеп күрһәтергә тәҡдим итәм. Һөҙөмтәлә бала һүҙҙе иҫтә ҡалдыра, өйҙәгеләрҙең баланың шатлығын уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуа. Балаға уңыштар юлдаш булғанда ғына, уның күңеле күтәрелә, тағы ла күберәк белеү, белгәнеңде башҡаларға күрһәтеү теләге барлыҡҡа килә.

           Минең предметым, башҡорт телебеҙ, бөгөнгө көндө ҙур ҡыйынлыҡтар, үҙгәрештәр кисерә. Йәмәғәтселек бәхәсләшә, уйлай, фекер алыша: кәрәкме ул башҡорт теле, юҡмы.  Фекерҙәр икегә бүленде. Бәхәстәр дауам итә... Әммә мин башҡорт теленең туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та кәрәклеген бар йөрәгем менән тоям. Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, халҡыбыҙ ижад иткән бик күп бай мираҫты, эскерһеҙ матурлыҡты балаларға тапшыра алабыҙ.

          Әлеге бәхәстәр дауам иткәндә, мин фекерҙәремде туплап, ҡыйыу рәүештә класҡа инәм. Өмөт тулы күҙҙәре менән уҡыусыларым ҡарашы миңә төбәлгән. Мин уларҙа осҡондо тоҡандырырға тейешмен. Был - минең төп бурыстарымдың береһе. 

bottom of page